Иглин районынан Руслан Ғүмәров үҙ аллы вездеход йыйған

Фото №1 - Иглин районынан Руслан Ғүмәров үҙ аллы вездеход йыйған

Оҫта ҡуллы ир асыштары менән бөтә республикаға танылған. “Хәҙер Руслан өсөн ҡатмарлы һауа шарттары ла, насар юлдар ҙа проблема түгел. Уның һәр осраҡҡа техникаһы әҙер”, - ти яҡташтары. Ауыл механигы һунарсы, балыҡсы, уҙышсы һәм әүҙем ял яратҡан кешеләр менән хеҙмәттәшлек итә. Уға машина йыйырға заказ биреүселәр ҙә бар. Руслан Ғүмәров яңы вездеходының фотоһүрәте менән социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан. Уға бик күптәр һоҡланыуын белдергән һәм уңыштар теләгән.

Фотоһүрәт: "Бәйләнештә" селтәренән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ