Өфөнөң Ленин районындағы емерек барак «Инцидент-менеджмент» ярҙамында һүтелде

Ярым емерек стеналар, тирә-яҡта сүп-сар өйөмө һәм бысраҡ. Бер йыл элек Валентина Чистякова тап ошондай картинаны үҙ фатиры тәҙрәһенән күҙәткән. Кесе урман заводы урамы 2 адресы буйынса барак ул йәшәгән йорт күршеһендә урынлашҡан булған.

Бында сирле йорт хайуандары, торороға урыны булмаған асарбаҡтар эйәләште. Балалар өсөн дә ҡурҡтыҡ, йорттоң тышы ла ҡарағыһыҙ ине. Бында тәртип урынлаштырырға кәрәк ине.

Татьяна Чистякова, Кесе урман заводы урамы 2/1 йортонда йәшәүсе

Бинаның эстетик йөҙө генә түгел, ә балалар ғүмере өсөн борсолоу ҙа бында йәшәүселәрҙе үҙҙәренең проблемаһы хаҡында социаль селтәрҙәрҙә яҙып сығырға мәжбүр иткән. Граждандарҙың мөрәжәғәтен «Инцидент менеджмент» программаһы теркәгән.

Кесе урман заводы урамында боронғо емерелеп бөткән барак бар ине. Ул кешеләр, айырыуса балалар ғүмере өсөн хәүеф тыуҙырған. Балаларҙың унда инеү ихтималлығы көслө. Ленин районы хакимиәтендәге коллегалар менән мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләнек. Башта барак биләмәһен унда бер кем дә инмәһен өсөн сигнал таҫмаһы менән ураттыҡ. Һуңынан һүтеп, ҡалдыҡтарҙы шулай уҡ сигнал таҫмаһы менән әйләндереп алдыҡ.

Артур Смирнов, Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы социаль селтәрҙәрҙә граждандар мөрәжәғәте буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәре

Иң беренсе нәүбәттә авариялы ситуацияны хәл итеп, иҫкергән йортто һүтәләр. Хәүефте бөтөргәндән һуң Ленин районының коммуналь һәм төҙөкләндереү хеҙмәттәре биләмәне таҙартыуға тотона. Ҡаты тормош-көнкүреш ҡалдыҡтар полигонына мең кубометрҙан ашыу сүп сығарыла.

Әлеге ваҡытта иҫке йорттоң ҡалған өлөштәре сығарыла. Уларҙы сығарып бөтөү менән был биләмәне лланлаштырасаҡбыҙ, грунт индереп, өҫтөнән ҡара тупраҡ һаласаҡбыҙ, сәскәләр, үлән һәм ағсатар һәр береһе үҙ урынын табасаҡ.

Илвир Хәмиҙуллин, Ленин районы хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү бүлеге етәксеһе

Кесе урман заводы урамының икенсе йортонан иҫке барак фотһүрәтенән һәм бында йәшәүселәрҙең иҫтәлектәренән башҡа бер нимә лә ҡалмаған тип әйтергә була. Тиҙҙән Валентина Чистякова һәм уның күп фатирлы йортта йәшәгән күршеләре үҙ тәҙрәләренән төҙөкләндерелгән биләмәлә заманса биҙәлгән йәшел зонаны күреп ҡыуанырбыҙ тип ышана.

Выборы 2026
Фото №1 - Өфөнөң Ленин районындағы емерек барак «Инцидент-менеджмент» ярҙамында һүтелде

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ