Водителдәр юлдарҙың торошона ҡарата ҡәнәғәтһеҙлектәрен һәм борсолоуҙарын белдерә. Ысынлап та улар маҡтанырлыҡ хәлдә түгел. Бындай юлда бигерәк тә машина тәгәрмәстәре зыян күрә. Уларҙы ураған һайын йүнәтеү, йәки алмаштырып тороу кеҫәгә һуға.
Ҡорос дисктарҙы ремонтлау бер нисә йөҙ һум булһа, фирмалы тәгәрмәстәрҙе эшләтеү 10 меңдән 20 мең һумға тиклем барып баҫа ала. Бындай сығымдарҙы иҫәпкә алып, баш ҡалала йәшәүсе Вадим Васильев үҙенең техник сараһын алмаштырыра.
Соҡорло юлдарҙа йөрөү кемгә оҡшаһын? Бар тәгәрмәстәр ватылып бөткәйне инде. Ошо юлда йөрөр өсөн генә тулы приводлы, бейек автомобиль һатып алдым.
Вадим Васильев
Октябрь проспектының 23-сө һәм 25-се йорттары араһындағы юл водителдәр өсөн генә түгел, йәйәүлеләргә лә хәүефле була.
Ауыртҡан аяҡтарым менән ошо юлдан ташбаҡа кеүек үтеп китәм, ҡолап ҡына ҡуймаһам ине тип ҡурҡам. Ғөмүмән, беҙҙең ихата бик яҡшы хәлдә, ләкин бына ошо юлға ғына ремонт талап ителә ине.
Алевтина Федорова
Мәсьәлә йылдар дауамында хәл ителмәй. Шуға күп ҡатлы йортта йәшәүселәр республика етәксеһе Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге яҙмаһы аҫтында проблема хаҡында хәбәр итә. Уны «Инцидент-менеджмент» системаһы теркәй.
22 апрель урында йәшәүселәр Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге яҙмаһы аҫтында Октябрь проспектының 23-сө һәм 25-се йорттары араһындағы юлды ремонтлау хаҡында үтенес ҡалдыра. «Инцидент-менеджмент» системаһынан килешеүҙе ҡабул иткәс, уны районды төҙөкләндереү хеҙмәтенә ебәрҙек. Икенсе көнөндә үк ремонт эштәре башҡарылды.
Кристина Иҙрисова, Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәтенең әйҙәүсе белгесе
Бер тәүлек эсендә Совет районының коммуналь хеҙмәткәрҙәре етешһеҙлекте бөтөрә. Юл япмаһының өҫкө ҡаты ҡырҡып алына, биләмәгә асфальт түшәлә.
Оператив рәүештә эшкә тотондоҡ. Биләмәлә бер нисә соҡор бар ине. Уларҙы айырым түгел, ә тулыһынса йүнәтергә тип ҡарар иттек.
Илдус Зарипов, Өфөнөң «Совет районын төҙөкләндереү хеҙмәте» муниципаль учреждениеһы директоры
Хәҙер урында йәшәүселәр тыныс күңел менән, автомобилдәре хаҡында борсолмай йөрөй аласаҡ. Яҙғы осорҙа бындай мөрәжәғәттәр арта. «Инцидент-менеджмент» системаһы халыҡтың һорауҙарын, шул иҫәптән юл торошо буйынса мәсьәләне хәл итергә ярҙам итә.
Ильяс Сәғитов, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы социаль селтәрҙәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм хеҙмәткәре
Әлеге көндә баш ҡаланың бөтә райондарында ла юлдарҙы ремонтлау эштәре бара. Йорт алды ихаталында соҡорҙар асфальтлана. Былтыр «Инцидент-менеджмент» системаһы юлдарҙы ремонтлау темаһына 757 ғаризаны теркәй. Уларҙың күләме әле кәмемәй.