Әсән һәм Семилетка ауылдарында йәшәүселәр балалар туҡланыуы өсөн һөт ризыҡтарын элек тә алған, әммә хәҙерге кеүек еңел түгел. Продукция артынан ата-әсәләргә Дүртөйлөгә тиклем барырға тура килгән. Мәсьәлә «Инцидент-менеджмент» программаһы ярҙамында хәл ителгән. Хәҙер ҡаланан ситтә йәшәүселәрҙең үтенесе буйынса бәләкәстәргә файҙалы һөт продукцияһын һәр ауылға автолавка ташый.
Наталья Солтанаева үҙе йәшәгән ҡасабала балаларына һөт продукцияһын тәүгә генә алмай. Ҙур ғаиләгә хөкүмәттән был ярайһы ярҙам, ти ул.
Бер тупланмала – эремсек, кефир, һөт запасы... Төргәктәр һаны балаларҙың йәшенә лә бәйле. Балалар ризығы тулланмаһы аҙнаға етәрлек иҫәпләнгән. «Автолавка» Дүртөйлө районының бөтә нөктәләрендә дүшәмбенән йомаға тиклем көн һайын эшләп, төрлө ауыл кешеләрен хеҙмәтләндерә.
Льготаға эйә булған алты айлыҡтан алып өс йәшкә тиклем балаларҙың һөт продукцияһын бушлай алыуға хоҡуғы бар. Әлеге ваҡытта республикала 132 пункт эшләй. Уларҙа һөт продукцияһын һәм ҡоро ҡатнашмалар алырға мөмкин. Йәш бала тәрбиәләгән әсәйҙәргә үҙ балаларына файҙалы продукцияны йәшәгән ерҙәренән йыраҡ китмәй алыу уңайлы булһын өсөн, таратыу урындары базаһын киңәйтеү буйынса ла эш туҡталмай.
Гүзәл Борханова






