Луганск ерендә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә мемориал барлыҡҡа киләсәк

1943 йыл, 23 февраль. Ҡышҡы сатламала башҡорт атлылары дошман ҡамауынан сығырға ынтыла. Дебальцев станцияһына оҙайлы рейд барышында шәхси состав һәм аттар арыған, аҙыҡ-түлек һәм припастар самалы. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов Штеровка ауылы эргәһенән дошман оборонаһын өҙөргә тигән бойороҡ ала. Әммә көстәр тигеҙ булмай сыға. Фашистар атлыларҙы көслө пулемет уты менән ҡаршылай.

112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов Ворошилоград өлкәһе Штеровка ауылы эргәһендәге ҡалҡыулыҡта, ҡая ташлы яр буйында дивизия яугирҙары менән бергә башын һала.

Беҙҙә был яуға шаһит булған ике һалдаттың мәғлүмәттәре бар. Улар үлтерелә, яралана.

Ульяна Шесточенко Петровское ҡалаһының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе уҡытыусыһы

Штеровка ауылы эргәһендәге ҡанлы яуҙа яраланып, ниндәйҙер мөғжизә менән иҫән ҡалған Совет яугирҙарын Ивановка табиптары ҡотҡарған. Ҡасаба хәҙерге Антрацит районы биләһендә урынлашҡан. Боронғо дауахана бинаһы әле лә емерелмәгән.

Уҙған быуат башында һалынған был таш диуарҙар Бөйөк Ватан һуғышы тарихы менән бәйле мәғлүмәт һаҡлай.1943 йылда тап ошо бинала Ивановка ауылы дауаханаһы урынлашҡан. Подполье ағзалары уның подвалдарында Дебальцев рейдынан сығышлай яраланған шайморатовсыларҙы дауалай.Әлбиттә, йәшертен рәүештә.

Яралы совет һалдаттарын, табиптар һәм шәфҡәт туташтары йоғошло ауырыуҙар бүлегенә һалған. Тиф йоҡтороуҙан ҡурҡҡан фашистар дауахана подвалдарына башын да тыҡмаған тип хәтерләй эҙәрмән Анатолий Еремеев.

112-се Башҡорт атлы дивизияһының 30 һалдатын дауаханала йәшертен килеш йүнәлдереп сығаралар. Күптәре һуғышҡа кире инә, ҡайһылары партизан хәрәкәттәрендә ҡушыла.

Анатолий Еремеев, эҙәрмән

Анатолий Еремеевтың тамырҙары Башҡортостандың Иглин районына барып тоташа. Советтар Союзы геройы Петр Еремеев уның туғаны килеп сыға. Шуғалырмы Анатолий Башҡорт атлы дивизияһының тарихы менән ҡыҙыҡһына. Йәшәгән йорто янындағы зыяратта ерләгән 11 билдәһеҙ һалдаттың туғандар ҡәберлеген тәрбиәләй. Эҙәрмән билдәләүенсә, унда башҡорт атлылары ерләнгән.

Март-апрель айҙарында һуғыштан һуң урындағы халыҡты атлыларҙың мәйеттәрен йыйырға ҡушалар. Унда минең әсәйем Анна Еремеева ла ҡатнаша. Әсәй миңә ошонда 11 һалдаттың ерләнеүе хаҡында әйтте. Исемдәре билдәле түгел

Анатолий Еремеев, эҙәрмән
Башбат

Штеровка ауылы эргәһендәге ҡалҡыулыҡта өмә бара. Был урында 1943 йылдың февралендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов башын һалған. Башҡортостандың Афғанстан һәм хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге башланғысы һәм Луганск халыҡ республикаһы эшҡыуары Зинаида Надендың матди ярҙамы менән мемориал төҙөлә. Биләмәне тәртипкә килтереүгә урындағы халыҡ, ирекмәндәр йәлеп ителгән.

Әлегә тиклем Миңлеғәле Шайморатов һәләк булған урынға йүнәлеш ошо таш өйөмдәренә ҡарап ҡына билдәләнде. Хәҙер бында матур итеп һалынған һуҡмаҡ илтә.Тиҙҙән Штеровка ауылы эргәһендәге ҡалҡыулыҡта мемориал барлыҡҡа киләсәк. Дивизия командиры иҫтәлегенә бюстҡа нигеҙ әҙер.

Майҙан 9-ға 9 метр. Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылындағы генерал бюсты аҫтындағы биләмә шундай уҡ үлсәмдә. Мемориалды төҙөүселәр был һандарҙа тәрән мәғәнә күрә. Арҙаҡлы комдивтың тыуған тупрағы менән башын һалған ер араһында үҙенсәлекле рухи күпер һалына. Был майҙансыҡтар уның нигеҙ таштары.

Буласаҡ мемориалдың тирә-яғын йәшелләндереүгә Петровское ҡалаһының Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе уҡыусылары ҡушылды.

Был бюст мәктәпкә бүләк. 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры һыны Башҡортостандың хәрби бәрелештәр ветерандары берлеге автомобилендә 2 мең саҡырымдан ашыу юл үтте.

Бюст авторы – Ейәнсура егете, ул әле Мәскәүҙә йәшәп ижад итә.

Белем усағы 5 йыл инде Миңлеғәле Шайморатов исемен йөрөтә. Үҙенсәлекле юбилей Луганск халыҡ республикаһы көнө менән тура килде. Был байрам сараларында Башҡортостан башлығы ла ҡәҙерле ҡунаҡ. Радий Хәбиров Петровское мәктәбендә бюст асыу тантанаһында ҡатнашты. Луганск Халыҡ республикаһында Миңлеғәле Шайморатов почта маркаһы әйләнешкә индерелде. Уның беренсе нөхсәһен мисәтләү хоҡуғы Башҡортостан башлығына бирелде.

Генерал Шайморатов һәм уның яугирҙары Петровскоелағы туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Атлылар иҫтәлеген ҡалала ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Мемориалда тәртип, биләмә төҙөк. Ҡала хакимиәте эргәһендә генә атлылар скверы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Донецк халыҡ республикаһы етәксеһе Денис Пушилин унда ҡайын үҫентеләре ултыртты.

Башҡортостан башлығы Штеровка ауылы эргәһендә нигеҙ һалынған яңы мемориалдың майҙансығы менән дә яҡындан танышты. Шайморатов һәләк булған урынға сәскәләр һалды. Луганск халыҡ республикаһы Советы депутаты, эшҡыуар һәм меценат Зинаида Наден Радий Хәбировҡа башҡорт атлыларының төп ҡоралын – ҡылыс бүләк итте.

Тыныслыҡ Луганск Халыҡ республикаһы өсөн абстракт төшөнсә түгел. Һуғыш ғәрәсәтен был ерҙә йәшәүселәр 7 йыл элек, Украина агрессияһы ваҡытында үҙ иңендә тойҙо. Шуға ла урындағы халыҡта үткәндәргә ихтирам ҙур. 2014 йылғы ваҡиғалар ҙа бит рәсми Киевтың Бөйөк Ватан һуғышы тарихын инҡар итеүенән башланды. Луганск ерендә иһә шанлы үткәндәргә хөрмәт киләсәккә нигеҙ тигән фекерҙәләр. Фашистар менән ҡанлы алыштарҙың тере шаһиттары – ветерандар йылдан-йыл кәмей барғанда тарихи ысынбарлыҡ һаҡлау бигерәк тә әһәмиәтле.

Башҡортостан менән Луганск ерен батырҙар рухы берләштерә. Тиҙҙән Штеровка ауылы эргәһендә Рәсәй геройы Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов иҫтәлегенә мемориал барлыҡҡа киләсәк. Уны арҙаҡлы комдивҡа Өфөнөң Совет майҙанындағы һәйкәл асылғас сафҡа индереү күҙаллана.

Украина агрессияһы сәбәпле 7 йыл дауамында ут йотоп йәшәгән Луганск Халыҡ Республикаһы менән төрлө өлкәлә хеҙмәттәшлекте нығытыу ниәттәре бар. Башҡортостан башлығы менән осрашыу барышында киләһе сәфәрҙә был төбәккә республиканан бизнес миссия алып килеү тураһында килешелде.

Фото №1 - Луганск ерендә Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә мемориал барлыҡҡа киләсәк

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ