1914 йылда билдәле башҡорт меценаты Шәрәфетдин Хәмитов тарафынан төҙөлә башлаған мәсет манараһынан беренсе аҙан яңғыраны. ХХ быуат башындағы үҙгәрештәр осоронда иман йорто төрлө тармаҡтарҙа файҙаланыла.
2003 йылда бинаны бөтөнләй ер менән тигеҙләп, уның урынына сауҙа үҙәге төҙөү бурысы ҡуйыла. Борайҙар объектты тарихи-мәҙәни ҡомартҡы итеп танып үҙ ҡарамағына ала. Берҙәм халыҡ көсө ярҙамында ул ҡабат тәү тәғәйенләнешенә ҡайтарыла. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Елдәк башҡорт ырыуы ерендәге тарихи ваҡиға. Борай халҡы был көндө 107 йыл тигәндә көтөп алды. Шуға ла мәсет асыу тантанаһына халыҡ кемуҙарҙан ағылды. Хатта, күрше район-ҡалаларҙан килеүселәр ҙә күп булды. Мәсет тә бит халыҡ аҡсаһына төҙөлә.
Бөгөн мәсет ябай иман йорто ғына түгел ул тарихи-мәҙәни ҡомартҡы ла. Уның ҡарауы, халыҡҡа ҡайтырылған бинала төҙөлөш 17 йыл самаһы дауам итә. Бөгөн эштең һөҙөмтәлелеген күрергә мөмкин. Мәсет тыштан ғына түгел, эстән дә күҙҙең яуа ала. Һәр деталь уйланып эшләнгән, хәләл көс ярҙамында.
Тарихи сығанаҡтарҙа Борай районы үҙәгендәге мәсеткә башҡорт эшҡыуары Шәрәфетдин Хәмитов нигеҙ һалған, тип телгә алына. Ул 1918 йылда Борайҙа 10-сы кантон булып Башҡортостан автономияһына ҡушылырға теләк белдергән шәхес булараҡ билдәле. Мәсетте тәү тәғәйенләшенә ҡайтарған ваҡытта диндарҙарға тарихсылар менән бергә эшләргә тура килә.
«Тарихи мәсет» асыу тантанаһы, артабан байрам табыны артында дауам итте. Артабан республиканың төньяҡ-көнбайыш төбәктәренән килгән диндарҙар ҡатнашлығында семинар ойошторолдо. Сара үҙ эсенә Ислам диненең бөгөнгөһө һәм киләсәге бәйән ителде. Әйткәндәй, ошо көндәрҙә яңы иман йортонда үҫеп килеүсе эш башлар тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин






