Был турала бөгөн Радий Хәбиров оператив кәңәшәмлә белдерҙе. Хөкүмәт ултырышында шулай уҡ һүҙ юлдарҙы ремонтлау, тәртиптә тотоу, Фольклориадаға, балаларҙың йәйге ялына әҙерлек хаҡында барҙы. Төп темалар тураһында БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Был Иглин районындағы автомобиль юлында яңы ғына эшләнгән һыҙат, тик буяу асфальт ҡатламына эләкмәгән, ә соҡорға түгелгән. Радий Хәбиров эште еренә еткереп башҡармаған подрядсы ойошманы табып, етешһеҙлекте төҙәтергә ҡушты.
Мәғлүм булыуынса, быйыл республикала 9 меңгә яҡын километрҙа һыҙат һыҙыу бурысы тора, уның төп өлөшө буяу, ҡалғаны термопластик менән эшләнә. Башҡа райондарҙа ла етешһеҙлектәр байтаҡ. Республика башлығы әйтеүенсә, Өфө юлдарында ла етешһеҙлектәр бихисап. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең үҙ эшенә яуапһыҙ ҡарауы асыҡ күренә. Баш ҡала урамдарын бәпембә баҫып бара, ә был аллергияға килтерә, тине Радий Хәбиров.
Ә алда күләмле ваҡиғалар, июлдә Өфө Фольклориадаға 5 тиҫтәгә яҡын сит илдән ҡунаҡтар ҡабул итәсәк. Республика башлығы хәүефһеҙлек талаптары хаҡында ла онотмаҫҡа ҡушты. Донъяуи кимәлдәге сарала антиесемдәре булған һәм вакцина яһатҡан кешеләр генә эшләргә тейеш. Белгестәр әйтеүенсә, әле әҙерлек планға ярашлы бара, маршруттар билдәләнә, программа төҙөлә.
Киләсәктә оператив кәңәшмәләр яңы бинала уҙасаҡ. Төбәк менән идара итеү үҙәгендә. Ағиҙел ярында төҙөлгән заманса объектта эшлекле һөйләшеүҙәр ойоштороу, төбәктәр менән бәйләнешкә сығыу, бар мәғлүмәтте туплау өсөн тулы шарттар ҡаралған. Хәҙер уны һөҙөмтәле итеп ҡулланыу маҡсаты тора.
Тағы ла бер мөһим бурыс- балаларҙың йәйге ялы нисек ойошторолоуы хаҡында көндәлек мәғлүмәт биреү, бер яҡтан ата-әсәйҙәр тыныс буласаҡ, икенсенән лагерь-шифаханаларҙың эшмәкәрлеге даими күҙәтеү аҫтында ҡала. Ә бына студенттарға йәй аҡса эшләү мөмкинлеге биреү мотлаҡ. Әле төбәктә 2 меңдән ашыу вакансия бара. Буш урындаға йәйш көстәрҙе йәлеп итеү шарт.
Рәмзиә Кәримова






