Өфөнөң Зорге һәм СССР-ҙың 50 йыллығы урамдары киҫелешендә яңы сквер барлыҡҡа киләсәк

Яңы биләмә «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһына ярашлы төҙөкләндерелә. Проекттың хаҡы 7 миллион һум. Туғыҙ ҡатлы йорт алдындағы буш торған майҙан халыҡҡа ял урынына әйләнәсәк. Бында шулай уҡ сквер исемен йөрөтәсәк шәхескә һәйкәл дә ҡуйыласаҡ. Мәсьәлә әлегә хәл ителмәгән. Подрядсылар әйтеүенсә, скверҙы 1 авгусҡа файҙаланыуға тапшырыу ҡарала.

Биләмәлә йәшелләндереү эштәре башҡарыла. Брусчатка һәм гранит бюрдюрҙар, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ. Парковкала асфальт түшәү, инвалидтарға пандустар эшләү ҡаралған.

Өфөнөң Зорге һәм СССР-ҙың 50 йыллығы урамдары киҫелешендә яңы сквер барлыҡҡа киләсәк
Фото №1 - Өфөнөң Зорге һәм СССР-ҙың 50 йыллығы урамдары киҫелешендә яңы сквер барлыҡҡа киләсәк
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ