Социаль объект Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса тормошҡа ашырыла. Ошо маҡсатта 230 миллион һум аҡса бүленгән.
Былтыр ноябрҙә һалына башлаған өс ҡатлы объекттың стеналары күтәрелгән. Фасады эшләнә, ҡыйығы йылытыла. Төҙөлөш бригадаһында 40-50 кеше.
260 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһында 12 төркөм була. Пассажир һәм йөк лифты ҡаралған. Бина эсендә әле биҙәкләү эштәре алып барыла. Ашханаға плитә йәбештерелә. Штукатур-малярҙар грунт һылай.
Мәктәпкәсә учреждение проектҡа ярашлы, 1 сентябрҙә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Тимәк, йыл аҙағынаса балаларҙы ҡабул итеү өсөн уның ишектәре асылыр, тип фаразларға мөмкин.
Проект буйынса бинаның алғы йөҙөндә ағастар, ҡоштар һәм улар өсөн оялар һүрәтләнә. Бейек таш йорттар менән уратып алынған яңы биҫтәгә ул йәм бирер тип күҙаллана.
Рәмилә Исмәғилева




