Бөгөндән Өфө – Аэропорт трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнде

Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юлда «Урал» М-5 трассаһынан Салауат Юлаев проспектына тиклемге арауығында ремонт эштәре башлана. Бөгөндән юлсылар асфальт-бетон ҡатламын яңыртыуға тотонған.

Транспортта үтеү өс һыҙаттың береһенән мөмкин буласаҡ. Халыҡҡа уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн ремонт эштәре көндөҙгө сәғәт 12-нән иртәнге 7-гә тиклем башҡарыла. Ял көндәрендә юл ремонтлау туҡтатылып тора. Муниципаль контрактҡа ярашлы, ремонт 30 сентябргә тамамланырға тейеш.

Фото №1 - Бөгөндән Өфө – Аэропорт трассаһында транспорт хәрәкәте сикләнде
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ