Өфө йүгереү буйынса бөтә илдә үткән ярым марафонға ҡушылды

Ойоштороусылар билдәләүенсә, ямғыр яуып үтеүгә ҡарамаҫтан, ярышта 6 йәштән 80-гә тиклем ике меңгә яҡын кеше ҡатнашты. Улар үҙҙәренең хәленә ҡарап 1, 5, 10 һәм 21 километр арауыҡҡа йүгерҙе. Бишенсе ярым марафон Рәсәйҙең барлыҡ субъекттарында ла бер үк ваҡытта башланды.

Ябай кешеләр менән бергә, үҙәк урамдар буйлап үткән дистанцияла чиновниктарҙы ла, билдәле спортсыларҙы ла күрергә мөмкин ине. Шуларҙың береһе саңғыла трамплиндан һикереү буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры Илмир Хазетдинов.

Сара һөҙөмтәһе буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ульяна Шарикова еңеүсе булды. Ә бына ир-егеттәр ярышында Андрей Сафронов дәғүәсеһен бер нисә сантиметрға ғына ҡалдырып беренсе килде. Баш ҡалалағы быйылғы ярым марафонда маскарад костюмдарында ла, халыҡты ҡурҡытыусы кейемдәрҙә йүгереүселәр ҙә табылды.

Фото №1 - Өфө йүгереү буйынса бөтә илдә үткән ярым марафонға ҡушылды

Илдар Байбулатов

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ