Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә балаларҙы ашатыу мәсьәләһе ҡаралды. Быйылғы уҡыу йылында 1 мең 800-ҙән ашыу мәктәптә 497 меңдән ашыу баланы ашатыу ойошторолған. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев белдереүенсә, уҡыу йылы дауамында 600-гә яҡын мәктәптә ашатыуҙы ойоштороу буйынса тикшереү үткәрелгән һәм рейтинг төҙөлгән.
Рейтингта 10 мәктәп юғары балл йыйған. Улар араһында Нефтекаманан 7 мәктәп бар. Радий Хәбиров бындай юғары күрһәткесте ҡалала тәжрибәле һәм ышаныслы туҡланыу операторы булыуы менән аңлатты. Республика Башлығы район һәм ҡала етәкселәренә киләһе уҡыу йылында мәктәптә ашатыу сифатын үҫтереү кәрәклегенә айырым баҫым яһаны.




