Башҡортостанда 166 меңдән ашыу кеше праймеризда электрон тауыш биреүҙә ҡатнашҡан

Фото №1 - Башҡортостанда 166 меңдән ашыу кеше праймеризда электрон тауыш биреүҙә ҡатнашҡан

“Берҙәм Рәсәй” партияһы Дәүләт Думаһына кандидаттарҙы алдан тауыш биреү алымы менән билдәләй. Праймериз аҙна буйы барҙы. Халыҡ дәүләт хеҙмәттәре порталы аша электрон тауыш бирҙе, кисә иҫәп участкаларына килеп кандидаттарҙы һайланы. “Берҙәм Рәсәй” партияһы төбәк бүлексәһе башҡарма комитеты рәйесе Рөстәм Әхмәҙиннуров тәүге һөҙөмтәләр менән таныштырҙы.

Башҡортостанда 166 меңдән ашыу кеше праймеризда электрон тауыш биреүҙә ҡатнашҡан
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ