Башҡортостанда сүп-сар эшкәртеү комплекстары барлыҡҡа килә

Фото №1 - Башҡортостанда сүп-сар эшкәртеү комплекстары барлыҡҡа килә

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров үткәргән видеокәңәшмәлә ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү мәсьәләһе ҡаралды. Яҡын арала Туймазыла сүп-сарҙы айырып йыйыу комплексы файҙаланыуға тапшырыла. Төбәк операторҙары бөтә зоналарҙа ла ошондай заводтар булдырырға тейеш. Халыҡтан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу, контейнер майҙансыҡтарын булдырыу буйынса ялыуҙар килә. Андрей Назаров төбәк операторҙарына сүп-сарҙы эшкәртеү һәм утилләштереүгә ныҡлап тотонорға кәрәк тине.

Башҡортостанда сүп-сар эшкәртеү комплекстары барлыҡҡа килә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ