Ведомство федераль үҙәккә заявка ебәргән. Унда 170-тән ашыу коммуналь, социаль һәм юл буйы объекттары ингән. Дөйөм хаҡы 160 миллиард һумға баһалана. Төбәктәргә инфраструктура кредиттарын бүлеү тураһында апрелдә ил президенты Владимир Путин белдерҙе. 2023 йылға тиклем Рәсәй субъекттарына 500 миллиард һум аҡса йүнәлтелә. Финансланған проекттар конкурс нигеҙендә һайлап алына.






