Өфөлә коронавирустан вакцина яһау өсөн өҫтәмә мобиль пункттар асыла

Фото №1 - Өфөлә коронавирустан вакцина яһау өсөн өҫтәмә мобиль пункттар асыла

Был турала Өфө хакимиәте вәкиле Рәдиф Сабиров белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, яҡын арала "Аквамарин", "Үҙәк" һәм "Простор" сауҙа үҙәктәрендә ошондай урындар эшләй башлай. Шулай уҡ Ағиҙел яры урамындағы “Лента” гипермаркетында һәм Моторҙар эшләү берекмәһе мәҙәниәт һарайында ла күсмә прививкалау бүлмәләре булдырыла. Башҡортостанда бөгөнгә 274 мең самаһы кеше коронавирустан тулыһынса вакцина алған.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ