Ижади ярыштың финал өлөшөнә 350-гә яҡын бала үткән. Азиза Дәүешева Әбйәлил районы Амангилде ауылынан. Уға 6 йәш, балалар баҡсаһында тәрбиәләнә. Ҡыҙ ярышта Гран-при яуланы.
Азизаның тәрбиәсеһе Гөлнара Әхмәтйәнова белдереүенсә, балалар туған телдә ойошторолған конкурстарҙа ихлас ҡатнаша.
Алһыу Камалова Учалы ҡалаһынан. Ул ижади конкурстарҙа даими ҡатнашып тора. “Әкиәт һөйләү телмәрҙе үҫтерә, хәтерҙе яҡшырта”, - ти Алһыу.
Бөгөн туған телдәрҙе өйрәнеү бер балаға ла ҡаршылыҡ тыуҙырмай. Улар билингваль һәм киң ҡарашлы булып үҫә. Республикала туған телде өйрәнеү өсөн бөтә шарттар бар. Төп яуаплылыҡ ата-әсәләр иңендә. Улар балалар баҡсаһында һәм мәктәптә туған тел булараҡ әсә телен өйрәтеүҙе һорап, ғариза яҙырға тейеш. “Ғаилә - туған тел һаҡсыһы”, тигән фекерҙә Силәбе өлкәһе Арғаяш районында йәшәгән Арыҫлан Бикбулатов.
Ултраҡовтар Хәйбулла районындағы билдәле ғаиләләрҙең береһе. Улар республикала үткәрелгән ярыш һәм конкурстарҙа алдынғы урындар яулай. “Беҙҙең ғаиләлә быуындар күсәгилешлеге һаҡлана”, - ти Әлфиҙә, Ғәлимйән Ултраҡовтар һәм уларҙың ҡыҙы Наҙгөл.
“Бала мотлаҡ ғаиләлә тәрбиәләнергә тейеш. Унда ул бәхетле кеше булып үҫә”, - ти танылған педагог Тәнзилә Бикбаева.
“Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөн баш ҡалабыҙҙа ҡаршылау балалар өсөн иҫтәлекле ваҡиға”, - тигән фекерҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. Ул балаларға туған телде өйрәтеү мөһимлеген билдәләне.
Һәр башҡорт балаһы өйҙә туған телендә аралашырға, мәктәптә туған телен өйрәнергә тейеш. Бының өсөн өлкәндәр яуаплы.
#БалаларКөнө
#ДеньЗащитыДетей
#ТелемдеЯратам
#БашҡортсаҺөйләшәм




