Дәүләт Думаһына алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре барланды

Башҡортостанда алдан тауыш биреү тамамланды. «Берҙәм Рәсәй» партияһынан билдәле сәйәсмәндәрҙән тыш, был юлы ирекмәндәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре лә юғары постҡа дәғүә итә. Республикала Дәүләт Думаһына 151 кандидат һәм административ үҙәктәргә 208 кеше теркәлгән.

Аҙна дауамында электрон тауыш биреү үтте. Уның ярҙамында 118 меңдән ашыу һайлаусы, участкаларҙа 416 меңдән ашыу кеше тауыш биргән. «Берҙәм Рәсәй» партияһының алдан тауыш биреү буйынса ойоштороу комитетында билдәләнеүенсә, процедурала  ҡағиҙә боҙоуҙар теркәлмәгән.

Төбәк исемлеге уйынса Александр Сидякин иң күп тауыш йыйған, артабан Римма Үтәшева, Наталья Орлова. Бер мандатлы округтар буйынса Стәрлетамаҡта Динар Ғилметдинов, Нефтекамала Зариф Байғусҡаров, Өфөлә Павел Качкаевҡа һайлаусылар ышанысын белдергән. 

Фото №1 - Дәүләт Думаһына алдан тауыш биреү һөҙөмтәләре барланды

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ