Бөгөн Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркында «Һаумы, һаумы, әкиәт» төбәк-ара конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Кесе йәштән халыҡ ижадын өйрәнеп, туған телендә ирекле аралашҡан балалар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина аралашты.
Әбйәлил районынан Азиза Даушева «Аҡ ҡолаҡ менән һаҡ ҡолаҡ» әкиәтен һөйләп, тамашасыларҙы артислыҡ һәләте, телмәр оҫталығы менән хайран ҡалдырҙы. Төбәк-ара конкурста Гран-при яулаусы ҡыҙ быйыл беренсе синыфҡа уҡырға барырға йыйына. Халыҡ ижадына тылсымлы китаптар аша төшөнә.
«Һаумы, һаумы, әкиәт» конкурсы туған теленә һөйөү менән үҫкән ун бер милләт вәкилен берләштерҙе. Өфөнән Анна Гусева ла бәйгегә сағыу сығыш әҙерләп килә. Күреү һәләте насар булһа ла, ҡыҙҙың белем алыуға, яңы ғилемгә ынтылышы көслө.
Әкиәт һөйләү конкурсы ла бит башта Өфө кимәлендә генә ойошторолоп, артабан район-ҡалаларҙа популярлыҡ алғайны. Ниһайәт, ул төбәк-ара кимәлгә күтәрелде. Ҡатнашыусылар араһында Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләре, Пермь крайы, Татарстан вәкилдәре була. Быйыл балаларҙың мультипликация һәм анимация фильмдарын әҙерләү оҫталығы ла баһаланған.
Өфөлә ойошторолған бүләкләү тантанаһына республиканың төрлө район-ҡалаларынан йөҙ бала саҡырылды. Уларға дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Әлбиттә, еңеүсе быуын тәрбиәләүҙә ата-әсәләрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тап өлкәндәр көсө менән генә кескәй йөрәктәрҙә туған телгә һөйөү уты ҡабыҙырға мөмкин. Улар билингваль булып, киңерәк ҡарашлы, белемлерәк булып үҫә.
Рухлы быуын өсөн майҙанда күңел асыу программаһы ла ойошторолдо. Балалар һәм үҫмерҙәр милли биҙәүестәр, селтәр әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, башҡорт тирмәһе менән танышты. Шулай халыҡ уйындары ла байрамға йәм өҫтәне.
Гөлназ Хәйбуллина






