Ошо исем аҫтында бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалында балалар телемарафоны үтте. Тура эфирҙа иртәнән кискә тиклем барған программаны «Тамыр» балалар телеканалы ойошторҙо.
Был уның тәүге себештәре. Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы уҡыусыһы инкубатор эшләп унда тауыҡ себештәре сығара башлаған. Тәүге партияла 30 себеш. Йомортҡанан моронлап килеп сыҡҡанын инкубатор эсенә ҡуйылған видеокамера ярҙамында күҙәтә. Себештәре менән ул «Тамыр» телеканалы ойошторған телемарафонда ҡатнаша, сөнки был эшен «Бирешмә» программаһында «Һөнәргә ынтыл» проектына бирелгән премия ярҙамында башҡарған.
Тура эфир студияһында «Тамыр» үткәргән проекттар, олимпиадалар еңеүселәре сығыш яһай. Ишембай ҡыҙы Ләйсән Хәмитова «Ереңде һаҡла» проектын тәҡдим иткән. Хәҙер бәрхәт сәскәләрҙе үҫтереү үҙенсәлектәрен өйрәнә.
Балалар вокаль ансамблдәре концерты, видеояҙмалар һәм тура бәйләнеш- телемарафон бай йөкмәткеле һәм фәһемле уҙҙы.
Балалар эксперт булараҡ бөгөн «Киске телеүҙәк» тапшырыуында ла ҡатнаша. Шулай уҡ «Торатау» конгресс-холында «Арт Ҡоролтай Балалар 0+» тип аталған форум үтте.
Рәмилә Исмәғилева




