Был турала Башҡортостан башлығы Мәсетле районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған шәмбе ауылдаштар Кәкүк сәйенә сыҡҡанда юл-транспорт ваҡиғаһына тарый. Һөҙөмтәлә һигеҙ кешенең бишәүһе йәрәхәтләнә, ике кеше дауаханаға эләгә. Бөгөн Радий Хәбиров Яңы Мөслим ауылы халҡы менән осрашты. БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Фәүзиә Сәлимова 65 йәшлек юбилейын бөгөн Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһында билдәләй. Был көндө оло йәштәге ханым оло тулҡынланыу менән ҡаршы алды. Уҙған шәмбе тыуған ауылы эргәһендә теркәлгән юл-траспорт ваҡиғаһы уның бар тормошон селперәмә килтерә. Ауыр тән йәрәхәттәре алһа ла, иҫән ҡалыуына ҡыуанып бөтә алмай. Тиҙҙән аяҡҡа баҫырына өмөтләнә.
Яңы Мөслим ауылы мәҙәниәт йорто урам яғынан ғына ялтырай, ә быялаһыҙ тәҙрә аша баҡҡанда бина тик стенанан тороуын аңларға мөмкин. Биш йыл элек ул авария хәлендә тип табылып ишеккә йоҙаҡ эленә. Шулай ҙа төҙөкләндереү мәсьәләһе әлегәсә буш вәғәҙә генә булып ҡала.
Ошо һәм башҡа һорауҙар республика башлығының Мәсетле районына эш сәфәре барышында күтәрелде. Радий Хәбиров Яңы Мөслим ауылы халҡы менән осрашты. Ауыл халҡының фекерен тыңлап, үҙ тәҡдимдәрен еткерҙе.
Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһында дауаланған ике ханым да ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ. Радий Хәбиров Гөлсөм Дуҫмөхәмәтоваға протез менән ярҙам итәсәген белдерҙе. Ә мәҙәниәт йортона быйыл нигеҙ һалыныр тип көтөлә.
Азат Ғәлиуллин




