Халыҡ фекерен белешеү һөҙөмтәләре буйынса, күптәр уларҙың сифаты менән ҡәнәғәт түгел, хәүефһеҙлек буйынса дәғүәләр бар. Республика йәмәғәт палатаһы матбуғат секретары Ләйсән Ғаррапова һөйләй.
Балалар майҙансыҡтары хәүефһеҙлеге буйынса ата-әсәләр фекерен белешеү дауам итә. 10 июнгә тиклем Йәмәғәт палатаһы сайтына инеп фекер яҙырға мөмкин.






