Миәкә ҡыҙы, журналист Айгөл Ғимранова-Лион Лос-Анджелеста тора. Ул проектында сит илдә төпләнгән кешеләр менән таныштыра. Геройҙар ни өсөн Америкаға күсеп килеүҙәре, туған телде һаҡлауҙары һәм уңыштары хаҡында һөйләй. Интервью башҡорт һәм татар телдәрендә яҙыла. “Сит ерҙә лә балаларҙы әсә теленә өйрәтергә була”, - тигән фекерҙә Айгөл.
Айгөл Ғимранова Америкала йәшәгән башҡорт һәм татарҙар тураһында документаль фильм төшөрөргә әҙерләнеүе хаҡында ла белдерҙе.




