Берәҙәк эттәр менән көрәш дауам итә

Фото №1 - Берәҙәк эттәр менән көрәш дауам итә

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошо мәсьәләгә бәйле эксперт советы ултырышы ойошторолдо. Законға ярашлы, хужаһыҙ эт һәм бесәйҙәрҙе үлтереү тыйыла. Хайуандарға прививка яһайҙар, чип беркетәләр һәм иреккә сығаралар, ә уҫал эттәр приютта ҡалырға тейеш. Республикала берәҙәк эттәр, бесәйҙәрҙе ҡарау, ашатыу, прививкалау өсөн 26 миллион һум аҡса бүленә. Башҡортостан Ветеринария идаралығы етәксеһе Азат Йыһаншин онлайн кәңәшмәлә ошоларҙы белдерҙе.

Берәҙәк эттәр менән көрәш дауам итә
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ