Абруйлы сара бөгөн башланды. Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы ҡатнаша. Иртәгә Рәсәйҙәге иң ҙур концессион килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡарала. Башҡортостан, ВТБ банкы һәм ВЭБ.РФ үҫеш корпорацияһы араһында Өфөнән “Көнсығыш сығыу юлы” – М5 “Урал” федераль трассаһына автомобиль юлы төҙөү буйынса документҡа ҡул ҡуйыла. Республика Хөкүмәте һәм “Башҡортостан Сода компания”һы араһында ла ҙур инвестиция килешеүе төҙөлә. Радий Хәбиров Бахрейн һәм Израиль вәкилдәре менән осрашырға йыйына. Сараларҙың күбеһе Башҡортостан экспозицияһында ойошторола. Беҙҙең республика стенды ете өлөшкә бүленгән, тип хәбәр итәләр Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәтенән.




