Республикала бәләкәй бизнесҡа һатып алыуҙар өсөн айырым майҙансыҡ барлыҡҡа килде

Фото №1 - Республикала бәләкәй бизнесҡа һатып алыуҙар өсөн айырым майҙансыҡ барлыҡҡа килде

Электрон система 600 мең һумдан ашмаған дәүләт һатып алыуҙары өсөн тәғәйенләнә. Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә шул турала хәбәр итә. Махсус агрегатор бизнесҡа ғына түгел, муниципалитет һәм дәүләт ойошмалары өсөн дә отошло. Арзаныраҡ хаҡҡа заказ ҡуйырға мөмкин. “Электрон майҙансыҡ ярты йыл элек эшләй башлаған. Ошо ваҡыт эсендә уның ыңғай яҡтарын күптәр баһалап өлгөрҙө”,- тип яҙа Андрей Назаров.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ