Башҡортостан Хөкүмәтендә «Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмер йылын» уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышын үтте.
Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, бөгөн төбәктә йыл сиктәрендә уҙған сараларға миллион ярымлап кеше, йәғни республикала йәшәүселәрҙең 40 проценты йәлеп ителгән. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, республикала халыҡҡа төрлө йүнәлештәрҙә медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән диспансер һәм медицина тикшеренеүе уҙғарыуҙы ойоштороу өсөн саралар комплексы ҡабул ителгән йыл сиктәрендә шулай уҡ төбәктә 24 күләмле физкульутура-спорт сараһы уҙғарыу ҡаралған.
Йыл башынан Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы тарафынан ойошторолған меңдән ашыу сарала 700 меңдән артыҡ кеше ҡатнашҡан.
Гөлдәриә Йосопова




