Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының мобиль үҙәге Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Сибай ҡалаларында шәкәр диабеты менән сирләүселәрҙе ҡабул итәсәк. Эндокринология буйынса артабан хеҙмәттәшлек тураһында бөгөн ике яҡлы килешеү төҙөлдө.
Валентина Григорьевна шәкәр диабеты менән сирләүселәр иҫәбендә 25 йыл. Йәшәгән урыны буйынса поликлиниканан Мәскәүҙән килгән табиптарға күренергә йүнәлтмә алған.
Диамобиль пациенттарҙы Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы биләмәһендә ҡабул итә. Мобиль үҙәктә Мәскәүҙән килгән эндокринолог, балалар эндокринологы офтальмолог, кардиолог һәм башҡа белгестәр эшләй.
Йылдан-йыл шәкәр диабеты менән сирләүселәр һаны артыуы күҙәтелә. Әле республикала улар 116 меңдән ашыу.
Милли медицина эндокринологик тикшеренеү үҙәге менән республика араһында эндокринология өлкәһендә киләсәктә хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Диамобиль Башҡортостанда 18 июнгә тиклем эшләй ҙә артабан юллана. Ике яҡ ҡатмарлы сирҙе дауалау өсөн кадрҙар әҙерләүҙә, дауалауҙа тәжрибә уртаҡлашасаҡ.
Рәмилә Исмәғилева




