Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө урамдарын һәм ихаталарын тиҙ арала тейешле тәртипкә килтерергә ҡушты. Өфөнө төҙөкләндереү һәм таҙартыу эштәре үтәлешен БЮТ каналының ижади төркөмө лә күҙәтте. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортажы.
Матбуғат йорто эргәһендәге майҙан Совет районына ҡарай. Бында иртәнге сәғәт алтынан техника эшләй. Үлән сабыла, һуңынан эшкә махсус һурҙырғыс ҡушыла. Күп тә үтмәй, механик щеткалы трактор водителе юлды дымлап һепереүгә тотона. Тротуарҙарҙы йыуыу һәм тәртипкә килтереү, сүп йыйыу ҙа был хеҙмәттәр иңендә. Ҡаланы комплекслы таҙартыуға һәр урам өсөн яуаплы хеҙмәткәр бүленгән. Улар сауҙа ойошмалары һәм предприятиелар менән төҙөкләндереү ҡағиҙәләре үтәлешен контролдә тота.
Гагарин урамының 12-се йортонда ла комплекслы таҙартыу эштәре башҡарыла. Ҡала урамдарын механик йыйыштырыуға һәм һепереүгә таңғы алтынан тотоналар, үлән сабыусылар һәм йәшел үҫентеләрҙе тәрбиәләүселәр иртәнге етенән аяҡ өҫтөндә. Социаль сәбәптәргә бәйле эшселәр һаны ике тапҡырға кәмегән. Әммә эшсе ҡулдар кәмеһә лә, торлаҡ хужалығында эшләүселәр ҡаланы тейешле ваҡытта тәртипкә килтерә аласаҡбыҙ, тип ышандыра.
Көсәйтелгән режимда эшләү торлаҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәренән айырым сыҙамлыҡ һәм көс талап итә. Ҡалала ғына 702 урам һепереүсе эшләй, уларға 700 хеҙмәткәр ярҙамлаша. Бынан тыш, бордюрҙарҙы һәм кәртәләрҙе буяу өсөн сезонлы хеҙмәткәрҙәр ҙә эшкә йәлеп ителә.
Өфөлә генә 3755 урам һәм ихата бар. 6 июнгә тиклем ҡаланы таҙартыу һәм тәртипкә килтереү өсөн көнөнә 626 урамды комплекслы йыйыштырырға тура киләсәк. Ошо маҡсатта 135 берәмек техника, шул иҫәптән 46 һыу һибеү ҡорамалы булған йыйыштырыу техникаһы ҡулланыласаҡ.
Баш ҡаланың торлаҡ хужалығы хеҙмәткәрҙәре иртәнге 6-нан киске 8-гә тиклем көсәйтелгән режимда эшләй. Механик щеткалар ярҙамында асфальт таҙартыла, үлән сабыла, үҫентеләр тәрбиәләнә. 6 июнгә ҡала урамдары һәм ихаталары көҙгө кеүек ялтырап торасаҡ, тип вәғәҙәләй торлаҡ хужалығы хеҙмәттәре.
Гүзәл Борханова




