Туймазы районының Ҡандракүл буйында Сик буйы ғәскәрҙәре йүнәлешендәге кадет кластарының икенсе республика слеты үтте. Сараның тап был төбәктә ойошторолоуы осраҡлы түгел. Туймазы районы Серафимовка ауылы мәктәбендә кадет класы ойошторолоуға быйыл 10 йыл тулды. Былтыр ошо уҡ йүнәлештә ҡаланың 1-се мәктәбендә ике махсус класс эш башланы.
Берәүҙәр легендар Калашников автоматын һүткәндә, икенселәре уны ваҡытҡа йыйҙы. Ҡыҙҙар ҙа егеттәрҙән ҡалышмай, ҡуйылған нормативтарҙы уңышлы үтәне. Уҡыусылары сик буйын ғәскәрҙәренең кадет класын юҡҡа ғына һайламаған. Уларҙың күптәре киләсәген тап ошо өлкә менән бәйләргә хыяллана.
Республикала Рәсәй Ҡораллы көстәрендә иң мобиль һаналған төркөмдөң үҙ кадет кластары эшләп килә. Бөгөн был йүнәлештәге синыфтар Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалалар мәктәптәрендә булдырылған. Сик буйы ғәскәрҙәренең 106 йыллығы уңайынан Туймазы районы йәш хәрбиҙәрҙе бергә йыйҙы. Ойоштороусылар алдында кадеттар тигеҙ сафтарға теҙелеп үтеп, уҡыу йылы дауамында тупланған хәрби оҫталығын күрһәтте.
Кадеттар слеты республиканың дәүләт именлек хеҙмәте органдары ветерандары ярҙамында һәм ҡатнашлығында үтте. Улар кадет кластарының егет-ҡыҙҙар өсөн ысын сынығыу мәктәбе булыуын һәм йәш быуында тыуған илгә һөйөү тәрбиләүҙә оло әһәмиәтен билдәләне.
Сик буйы ғәскәрҙәре кадет кластарының республика слеты быйыл икенсе тапҡыр ойошторолдо. Буласаҡ сик һаҡсылары ярышҡа ныҡлы әҙерлек менән килһә лә, алдарына ҡуйылған һынауҙарҙы слет ваҡытында ғына белде. Ни тиһәң дә, киләсәген хәрби тормошо менән бәйләүселәр Ватан ҡуйған ҡатмарлы бурыстарҙы үтәргә һәр ваҡыт әҙер булырға тейеш.
Азат Ғәлиуллин




