Диалектология. Этнолингвистика. Этимология. Мифология. Өфөлә ошондай исем аҫтында халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция бара.
Ул Башҡортостан фәндәр академияһының Тарих тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан ойошторолған. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ғалимдар ҡатнашҡан абруйлы сара билдәле лингвист-төркиәтсе Әҙһәм Тенишевтың тыуыуына 100 тулыуға арнала. Әҙһәм Рәхим улының исеме фән өлкәһендә яҡшы таныш. Рәсәй фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Тел белеме институтында Урал-Алтай телдәре бүлеге мөдире, филология фәндәре докторы, профессор.
Әҙһәм Тенишев боронғо төрки һүҙлек, төрки телдәренең сағыштырмаса тарихи грамматикаһына арналған томлыҡтар авторы булараҡ донъя тюркология фәне үҫешенә тос өлөш индергән ғалим. Ул 16 фән докторы һәм тағы ла ике тиҫтәнән ашыу фән кандидаты әҙерләгән бөйөк остаз. Башҡортостан өсөн генә һигеҙ фән докторы, был исемлектә Фирҙәүес Хисамитдинова, Зиннур Ураҡсин, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, Рәйсә Халиҡова, Юлай Псәнчин кеүек билдәле ғалимдар бар.
Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла шулай уҡ билдәле лингвистар Ҡасим Әхмәр, Әкрәм Бейеш, Таһир Байышев, Зиннур Ураҡсин, Марат Зәйнуллин, Миндийәр Дилмөхәмәтов, Сәриә Миржанова, Әхтәм Мансуров, Мөсәлиә Хәйруллинаға арналған симпозиумдар ҙа ойошторолған, фәнни хеҙмәттәр күргәҙмәһе әҙерләнгән. Башҡорт тел ғилемендәге уңыштар тураһында һөйләгәндә, ошо ғалимдарыбыҙҙы мотлаҡ иҫкә алырға тейешбеҙ, сөнки улар заманында ныҡлы нигеҙ булдырған, ти ҡатнашыусылар.
Рәмзиә Кәримова




