Баш ҡаланың Ленин районы буйынса 300-ҙән ашыу йорт майҙанында төҙөкләндереү ойоштороу күҙаллана. Әле эшселәр торлаҡ биләмәһен сүп-сарҙан таҙартып, газондарҙағы үләндәрҙе саба, подъезд тирәләрен һеперә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Етенсе йыл баш ҡалала маляр булып эшләгән Рәйха Миңғәзованың йәй эшһеҙ торғаны юҡ. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығында ханым Өфөлә йөҙәрләгән ихатала буяу эштәрен алып бара. Күп участкаларға ул бер нисә тапҡыр әйләнеп ҡайтырға мәжбүр, сөнки ремонттың ҡәҙерен белмәгән граждандар юҡ түгел.
Өфөлә оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығына ҡарата тәнҡит һүҙҙәре еткерелде һәм бөтә хеҙмәттәр алдында баш ҡаланы тәртипкә килтереү маҡсаты ҡуйылды. Өфө биләмәләрен таҙартыу өсөн көндә 700 урам һепереүсе сыға. Әммә мегаполисҡа эшсе ҡулдар етмәй. Йәштәрҙең ауыр физик эш эшләргә теләге юҡ, ти белгестәр.
Торлаҡ хужалығы идаралығы эше бер ваҡытта ла тынмай. Хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, йәй миҙгеле айырыуса мәшәҡәтле. Уртаҡ көс менән бер көн эсендә ун торлаҡ йорт майҙанын тәртипкә килтереү талап ителә.
Инженер селтәрҙәре, балалар өсөн ҡаралған уйын һәм спорт майҙансыҡтарын тәртиптә тотоу ҙа коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре яуаплылығында. Ҡағиҙәгә ярашлы, биләмәләр таҙа, уңайлы һәм тәү сиратта хәүефһеҙ булырға тейеш.
Баш ҡаланы йәшелләндереү өсөн күп көс һалына, әммә граждандарҙың һаулығына зыян килтереүсе үлән-сәскәләрҙе сабыу зарур. Бәпембәләр берәүҙәр өсөн матурлыҡ булһа, бәғзеләр ул сәскә атҡанда аллергиянан яфаланыуы ихтимал.
Июндә Өфөнөң торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы көсөргәнешле эш режимына күсерелде. 12 июндә баш ҡала көнө уңайынан байрам саралары көтөлә. Шуға ла йорт ихаталарынан тыш йәмғиәт урындарын, парк һәм ял биләмәләре тәртипкә килтереләсәк.
Флорида Ким




