Уның сиктәрендә республика район-ҡалаларынан килгән малай-ҡыҙҙар бай эшлекле, белем биреү һәм күңел асыу программаларында ҡатнашты. Сарала төрлө йәштәге балаларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарына ярашлы тиҫтәләп төр майҙансыҡ тәҡдим ителде.
Улар үҙҙәрен алып барыусы, театр һәм кино артисы, хатта сәйәсмән һәм эшҡыуар ролендә һынап ҡараны. Форумдың пленар ултырышында балалар белгес булараҡ фекер алышыуҙа ҡатнашты. Төрлө темаларға арналған ижади проекттарын тәҡдим итте, ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне.
Азат Ғәлиуллин




