Петербург иҡтисади форумында Республика тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Маргарита Болычева Австрияның Рәсәйҙәге илселеге вәкиле Рудольф Лукавски менән осрашты. Сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу темаһына һөйләшеү булды. Быйыл Башҡортостан менән Австрия араһында тауар әйләнеше 4 миллион долларҙан артҡан. Яҡтар артабан да тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә килеште. Санкт-Петербургта халыҡ-ара форум аҙна аҙағына тиклем дауам итә.






