Санкт-Петербургта барған халыҡ-ара иҡтисад форумында республика менән таныштырыу сараһы үтә. Ҡатар делегацияһы вәкилдәре беҙҙә етештерелгән һыйыр һәм һарыҡ ите, шулай уҡ балдың юғары сифатлы булыуы хаҡында белдергән. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, Ҡатар компаниялары хеҙмәттәшлеккә әҙер.
Ҡатарҙа киләһе йылда футбол буйынса донъя чемпионаты була. Иртәгә халыҡ-ара иҡтисад форумының пленар ултырышында ил президенты сығыш яһай.




