Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов билдәләүенсә, мәсьәлә тиҙ арала хәл ителергә тейеш. Радий Хәбиров ер аҫты байлыҡтары ятҡылыҡтарына ревизия үткәрергә ҡушты. Улар балансҡа ҡуйыла. Шулай уҡ ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүселәр менән диалог ҡороу бурысы тора. Һөйләшеүҙә урындағы халыҡ һәм бөтә сәнәғәтселәр ҡатнашырға тейеш.






