Байрамдар айыҡ үтә, иҫерткес эсемлек һатыу тыйыла. Хәйбуллала ла халыҡ байрамына әҙерләнәләр. Район хакимиәте вәкиле Фәнилә Бәширова әйтеүенсә, күп кенә спорт ярыштары ойошторола, беренсе тапҡыр уҡ атыу буйынса турнир була.
Башҡортостанда һабантуйҙар республика етәксеһе раҫлаған графикка ярашлы ойошторола. Байрамда санитар талаптарҙы үтәү мөһим. Республикала тәүге һабан байрамы иртәгә Йылайырҙа үтә.




