Өфөнән Тель-Авивҡа тура авиарейс асыла

Фото №1 - Өфөнән Тель-Авивҡа тура авиарейс асыла

Бөгөн Петербургта үткән халыҡ-ара иҡтисад форумы барышында Радий Хәбиров Израилдең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле  Александр Бен Цви менән осрашты. Башҡортостан Башлығы фекеренсә, тура авиабәйләнеш республикаға инвестиция һалыусыларҙы арттырырға булышлыҡ итә, шулай уҡ туризм үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. “Беҙгә Израилдең төҙөлөш өлкәһе һәм IT-парктар булдырыу тәжрибәһе ҡыҙыҡлы”, - тине Радий Хәбиров. Башҡортостан Хорев медицина үҙәге менән хеҙмәттәшлек итә. Бер төркөм табиптар Израилдә стажировкала булып ҡайтты.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ