Инфекция ҡорбандары 526-ға етте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, вирус йоҡтороусылар 91-гә артҡан. 150-нән ашыу кеше стационарҙа дауалана. Уларҙың 34-те ауыр хәлдә, икәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Билдәле табиптар халыҡты прививка яһатырға саҡыра. Коронавирусты иҫкәртеүҙең берҙән-бер ышаныслы юлы вакцина, ти Өфөнөң 1-се поликлиникаһы терапевы Рәфиә Буранбаева.
Республикала 160-тан ашыу урында коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина яһатырға була. Пункттар исемлеге менән Һаулыҡһаҡлау министрлығы сайтында танышырға мөмкин. Ситуация үҙәгенең телефоны: 218-19-19, Өфөнөң коды: 347.Шылтыратыуҙар көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем ҡабул ителә




