Был турала Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумда Радий Хәбиров менән «Роскосмос» корпорацияһы генераль директоры Дмитрий Рогозиндың осрашыуында һөйләшеп килешелде. Бының өсөн берҙәм эшсе төркөм төҙөләсәк.
Белгестәр илдә гептил етештереүсе берҙән-бер предприятиены артабан үҫтереү юлдарын өйрәнәсәк. Килешеүҙә яҡтарҙың ракета яғыулығы етештереүҙә яңы технологияларын индереү мөмкинлектәре билдәләнә.
Дмитрий Рогозин быға тиклем Салауат химия заводы эшмәкәрлеге менән танышҡайны. Республика башлығы әйтеүенсә, ракета яғыулығы етештереүсе альтернатив предприятиелар юҡ һәм был уникаль компетенцияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү мөһим.
Айнур Кәбиров




