Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә вакансиялар йәрминкәһе үтте. Был юлы йәштәргә иҡтисадтың төрлө йүнәлештәрендәге эш урындары тәҡдим ителде.
Күп кенә студентар йәйге осорҙа ял итеү менән бер рәттән, аҡса эшләп ҡалырға ла тырыша. Туңдыма һатыусымы, официантмы йәки администратор булһынмы, был һөнәрҙәрҙең барыһына ла башлыса йәштәр талап ителә. Шулай уҡ яңы ғына диплом алған белгестәргә лә лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләгән предприятиеларҙы табыуы бик ауыр бирелә. Бында инде уларға Өфөлә кесаҙна һайын ойошторолған вакансиялар йәрминкәһе ҙур ярҙам булып тора.
Йәштәр өсөн вакансиялар йәрминкәһе Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә быйыл икенсегә ойошторола. Бынан тыш, сараға килеүселәргә мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең бар спектры тәҡдим ителде. Улар араһында – хеҙмәт баҙарындағы хәл тураһында мәғлүмәт, компьютер диагностикаһы, психолог, һөнәри йүнәлеш буйынса консультациялар һәм башҡалар.
Илдар Байбулатов






