Был аҙнала күсмә фельдшер-акушерлыҡ пунктында Өфө районында йәшәүсе граждандар ҡабул ителде. Ауылдан алыҫ дауаханаға юл тотмайынса пациенттар медицина анализдарын тапшырып, төрлө белгестәргә мөрәжәғәт итә алды. «Сәләмәтлек поезы»нда коронавирусҡа ҡаршы вакцинация пункты ла ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Хаҡлы ялдағы Рәдиф Фәтҡуллиндың йыш ҡына йөрәге ауырта һәм уға даими кардиологтарға мөрәжәғәт итергә тура килә. Дауаханаға ул ауылдан Өфөгә бара. Төбәктә ойошторолған күсмә «Сәләмәтлек поезы» пациенттың көндәлеген еңелләштергән. Рәдиф Фәтҡуллинға ауылынан алыҫ китмәйенсә табипҡа инеү мөмкинлеге тыуҙы.
«Сәләмәтлек поезы» – бер нисә транспорттан торған күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункты. Урындағы халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн ҡаралған ФАП-та анализдарҙы тапшырып, төрлө белгестәргә күренергә була. Транспортта терапевт, невролог, гинеколог, кардиолог, окулист һәм башҡа табиптар ҡабул итә.
Өфө районы ауылдарында сәләмәтлек поезды табиптары пациенттарҙы ике аҙна дауамында ҡабул итте. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә 1200 кешегә медицина ярҙамы күрһәтелгән, йөҙҙән ашыу кешелә хәүефле сирҙәр иртә стадияла асыҡланған.
Төплө медицина ярҙамынан тыш сәләмәтлек поездында вакцинация пункты ойошторолған. Коронавирус инфекцияһына ҡаршы прививка һалдырыусылар араһында өлкән йәштәге граждандар күп булыуы күҙәтелде. Вакцинация үтеүселәр хәүефле сирҙе дауалағансы иҫкәртеү сараларын күреү хәйерле тигән фекерҙә. Халыҡты сәләмәтлек поезында ҡабул итеү быйыл октябргә тиклем дауам итә.
Төбәктә «Сәләмәтлек поезы» үҙ эшен дауам итә. Тәгәрмәсле дауахана өсөнсө йыл рәттән ауылдар буйлап йөрөп, халыҡты медицина ярҙамы менән тәьмин итә. Сәләмәтлек поездары хеҙмәте һаулыҡ һаҡлау милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Флорида Ким




