Испаниянан меценаттар Көйөргәҙелә һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә аллея асыуға аҡса бүлгән

Атайсалдың дан аллеяһы. Испанияла йәшәүсе меценаттар Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт ауылына Бөйөк Ватан һуғышында башын һалған ауылдаштары иҫтәлегенә ҡарағай ағастары ултыртыуға аҡса бүлгән. Төбәктә уның тирәләй аллея һәм ял биләмәһе ойоштороу күҙаллана. Ауыл халҡын үҫешкә дәртләндергән «Атайсал» проекты мөмкинлектәре менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин ҡыҙыҡһынды.

Фирүзә Бикмаева изге эш өсөн һөйөнөп туя алмай. Ялға ҡайтыуына ауылдаштары бүләк эшләп ҡуйған. 212 ҡарағай үҫентеһе мәҙәниәт йорто янындағы биләмәгә тигеҙләп ултыртылған. Ағастар яңы ергә береккән.

Фирүзә Бикмаева ауылда дан аллеяһын булдырыуға аҡса бүлгән шәхестәрҙең береһе. Ханым Испанияла йәшәй, 12 йыл инде халыҡ-ара инвестиция компанияһында эшләй.

Бағыусы ярҙамы «Атайсал» проекты сиктәрендә бүленгән. Ул яҡташлыҡ көсөн тойорға, тыуған төйәгенән ситтә йәшәүселәргә Кесе Ватанына ярҙам ҡулы һуҙырға мөмкинлек бирә.

Ҡарағай үҫентеләре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башын һалған ауылдаштар иҫтәлегенә ултыртылды. Мәңге йәшел тере һәйкәлдәр тирәләй хәҙер аллея һәм ял биләмәһе төҙөү ниәттәре бар.

Шанлы йылдарҙа Яҡшымбәт ауыл биләмәһенән 433 кеше фронтҡа киткән. Уларҙың күбеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмаған.

Көйөргәҙе районында әле 5 проект яҡташтар көсө менән тормошҡа ашырыла. «Атайсал» ярҙамында Иҫке Морапталда мәктәп, Яҡутта Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә обелиск, ә Яманһарҙа мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелә.

Халҡыбыҙҙа берҙәмлектә көс тигән әйтем бар. «Атайсал» шул көстө аныҡ эштәрҙә менән тойорға мөмкинлек бирә. Урындағы халыҡты яңы ҡаҙаныштарға дәртләндерә һәм биләмәләр өсөн үҫеш юлы аса.

Фото №1 - Испаниянан меценаттар Көйөргәҙелә һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә аллея асыуға аҡса бүлгән

Рафиҡ Әхмәтшин

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ