Ярыш урынын тикшереү өсөн Башҡортостанға Мәскәүҙән комиссия килгән. Беренселек Рима Баталованың Спорт әҙерлеге үҙәге стадионында үтә. Комиссия ағзалары электроника, техника төҙөклөгө, судьялар корпусы, хронометристар эшен тикшерҙе.
Бының өсөн баш ҡалала еңел атлетика буйынса Башҡортостан кубогы уҙғарылды. Ҡатнашыусылар биш дисципина – 200, 800 метр һәм 3 километр арауыҡҡа йүгереү, оҙонлоҡҡа һикереү һәм йәҙрә атыу буйынса көс һынашты.
Республика Кубогында Стәрлетамаҡ һәм Бөрө командалары ҡатнашманы. Был ҡалалар еңел атлеттары Чебоксарға Волга буйы федераль округы беренселегенә юлланған.
Гөлдәриә Йосопова




