Башҡортостанда “Диамобиль” медицина үҙәге эшләй башланы. Өс аҙна дауамында Мәскәүҙән Эндокринология үҙәге табиптары шәкәр диабеты менән ауырыған пациенттарҙы ҡабул итә. “Диамобиль” Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Сибайҙа эшләй. Табип Екатерина Артемова.
Өс аҙна дауамында Мәскәү белгестәре 350 кеше ҡарарға йыйына. “Пациенттарҙа ҡабул итеүҙәр барышында табиптар үҙ-ара тәжрибә лә уртаҡалаша”, - ти Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 116 меңдән ашыу кеше шәкәр диабеты менән сирләй.




