Бөтә Рәсәй йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәге үткәргән тикшеренеүгә ярашлы, респонденттарҙың 83 проценты байҙар күберәк һалым түләргә тейеш тип белдергән. Һәр икенсе кеше фәҡирҙәргә дәүләт яғынан нығыраҡ ярҙам булған осраҡта, ҙурыраҡ һалым түләргә риза. Респонденттарҙың 45 проценты һалым күберәк була ҡалһа, дәүләт хеҙмәттәре лә сифатлыраҡ булырға тейеш тигән фекер еткергән.






