Радий Хәбиров Мәсетле районында аварияла зыян күргән ат хужаһына юртаҡ бүләк итте

Фото №1 - Радий Хәбиров Мәсетле районында аварияла зыян күргән ат хужаһына юртаҡ бүләк итте

30 майҙа “Кәкүк сәйе” байрамына егелгән арбала ултырып барған кешеләргә автомобиль бәрелә. Юл-транспорт ваҡиғаһында ике кеше зыян күрә, яраланған атты йоҡлатырға мәжбүр булалар. Район хакимиәте вәкилдәре бөгөн йылҡы малы хужаһына Радий Хәбиров исеменән тай бүләк иттеләр. Республика Башлығы 1 июндә үҙе Яңы Мөслим ауылына килеп халыҡ менән аралашҡайны. Ул аварияла зыян күргәндәрҙе дәүләт иҫәбенә дауаларға, ауылда мәҙәниәт йортон төҙөкләндерергә, юл һалырға вәғәҙәләне.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ