Йыл һайын халыҡ һаны 50 меңдән артмаған ауыл һәм ҡалаларҙа кәмендә 5 йыл эшләргә әҙер булыусыларға 600 мең һумлыҡ 100 грант бирелә. Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, программа үтә һөҙөмтәле.
Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы программаны киңәйтергә, халыҡ һаны 100 меңгә тиклем булған ауыл-ҡалаларҙа ҡулланырға тәҡдим итте. Был башланғыс хупланды.






