Өс аҙна дауамында Мәскәүҙән Эндокринология үҙәге табиптары шәкәр диабеты менән ауырыған пациенттарҙы ҡабул итә. “Диамобиль” Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Сибайҙа эшләй. "НоваНордикс" компанияһы вәкиле Наталья Моргунова.
Табиптар 350 кешенең сәләмәтлеген тикшерергә йыйына. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 116 меңдән ашыу кеше шәкәр диабеты менән ауырый.




