Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ҡабул итеү ойошторҙо

Әсәлек һәм балалыҡты яҡлап. Өфөлә Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова халыҡты ҡабул итеү ойошторҙо. Сенаторға мөрәжәғәт итеүселәр араһында күп балалы ғаиләләр, мәғариф учреждениелары етәкселәре, ата-әсәләр комитеты ағзалары булды.

Район-ҡалалар менән дә видеобәйләнеш ойошторолдо. Һәр бер һорау ентекле өйрәнелеп, урында уҡ төрлө ведомстволар, район-ҡала хакимиәттәре менән берлектә ҡаралды.

Граждандарҙың шәхси һорауҙары һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә лә ҡағылды. Реабилитацияға мохтаж балаларға ярҙам итеү саралары күреләсәк. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәләр мәғариф учреждениеларында күп балалы ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау тәҡдиме менән сыҡты. Был йәһәттән осрашыуға килгән Гөлназ Ҡорманаева күптәргә өлгө булырлыҡ. Ҡатын декрет ялында булыуға ҡарамаҫтан, йәмәғәт эше менән ҡайнап йәшәй.

Фото №1 - Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова ҡабул итеү ойошторҙо

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ